11:14 (UTC+5), 09 Ноября 2018

Өфөләге Аврора урамында Даша Крутько Путиндан һораған Гимнастика үҙәге төҙөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөләге Аврора һәм Эшсе хәбәрселәр урамдары киҫелешендә спорт гимнастикаһы үҙәген төҙөүгә 500 миллион һум самаһы талап ителә. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән республика министрлығы араһында һөйләшеүҙәр алып барыла.
«Һөйләшеүҙәр тамамланыу алдында», — тип хәбәр иттеләр төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында. Килешеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелмәй.
Спорт гимнастикаһы үҙәге проекты дәүләт экспертизаһын үткән, ер участкаһы бүленгән. Яңы бинала тренажер залы, халыҡ-ара ярыштар өсөн зал, шулай уҡ ҡунаҡхана һәм реабилитация үҙәге асылыр тип күҙаллана. Спортсылар күнекмәләр өсөн кәрәк-яраҡтар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән һикереү соҡор булырына иҫәп тота. Өфөләге 16-сы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дарья Крутько Ульяновскиҙағы спорт форумында Владимир Путинға шундай үтенесен белдергәйне.
Дарья спорт гимнастикаһы буйынса икенсе үҫмерҙәр разрядына эйә. Өфө атлеттарының гимнастика соҡороноң юҡлығына бәйле спорт гимнастикаһы буйынса ҡатмарлыҡтары булыуы билдәле.
«Балалар ҡатмарлы элементтарҙы, һикереүҙәрҙе, боролмаларҙы яҡшы итеп өйрәнә алмай. Уларҙы иҙәндә башҡарыу бик хәүефле. Дөйөм алғанда, зал бәләкәй, бик күп балалар шөғөлләнә, улар йыш ҡына планлаштырылған элементтарҙы үҙләштереп өлгөрмәй», — тип һөйләне Дарьяның әсәһе Виктория Крутько.
16-сы спорт мәктәбе директоры Гөлнара Гим әйтеүенсә, Дашаның Рәсәй Президентына мөрәжәғәтенән һуң спорт мәктәбенә икенсе биналарға күсергә тәҡдим иткәндәр.
«Ләкин әлегә Өфөлә техник параметрҙар буйынса яраҡлы залдар юҡ, әгәр беҙ нигеҙ соҡоро ҡаҙыһаҡ, башҡа спортсылар был залда шөғөлләнә алмай. Беҙҙең күсеүебеҙ — икенсе спорт мәктәбе өсөн зыян ғына. Шуға ла ошо варианттан баш тарттыҡ һәм комплексты төҙөй башлағандарын көтәбеҙ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Гөлнара Гим.
http://www.bashinform.ru/news/1236220-na-stroitelstvo-tsentra-sportivnoy-gimnastiki-v-ufe-trebuetsya-okolo-500-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика