Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ноябрь 2018, 11:50

Башҡортостан сода компанияһы республикаға 1,9 миллиард һум дивиденд түләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте предприятие килеменән ағымдағы йылдың 9 айына дивиденд түләүгә 5 миллиард һум йүнәлтә. Ошондай ҡарар 7 ноябрҙәге директорҙар советы ултырышында ҡабул ителде. Бер ғәҙәттәге акцияға 3018,15 һум түләнә.
«Башхим» акционерҙар йәмғиәте (акцияларҙың 57,18%) һәм Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығы (38,27%) Башҡортостан сода компанияһының төп акционерҙарҙы булып тора.
Республика бюджетына 1,9 миллиард һум самаһы керә.
Быға тиклем хәбәр ителгәнсә, Башҡортостан сода компанияһы тәүге ярты йылды 5,19 миллиард һум күләмендә килем менән тамамланы.
http://www.bashinform.ru/news/1236163-bsk-vyplatit-bashkirii-1-9-mlrd-rubley-dividendov-/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: