10:05 (UTC+5), 08 Ноябрь 2018

Республикала эшһеҙҙәр күпме ала – Хеҙмәт министрлығы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Октябрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме 4 189 һум, йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 43,9% тәшкил иткән.
«Төбәктә халыҡтың 31,1% — минималь, ә 57,0 % максималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын ала», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. Ноябрь башына Башҡортостанда 17,9 мең самаһы теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнгән. Йыл башында төбәктә 20,7 меңгә яҡын «рәсми» эшһеҙ йәшәгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 1,964 миллион кеше тәшкил итә. Эшһеҙҙәр һаны, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, 95,5 мең кеше.
Әле республикала минималь хеҙмәт хаҡы 12 837 һумдан ашҡан. Төбәк буйынса уртаса эш хаҡы 32 227 һум тәшкил итә.
http://www.bashinform.ru/news/1235592-skolko-poluchayut-bezrabotnye-v-bashkirii-mintrud/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика