Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2018, 11:50

Республика бюджетының өстән ике өлөшө социаль өлкәне финанслауға китә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан бюджетының килем структураһында 2019 йылда төп сумманы ойошмалар килеменә һалым (51 миллиард һум), НДФЛ (37 миллиард һум), акциздар (19 миллиард һум), мөлкәткә һалым (16 миллиард һум) тәшкил итә. Һалымға ҡарамаған килем 12 миллиард һумдан ашыу күләмдә фаразлана. Күбеһенсә ул төрлө компания акцияларының дәүләт пакеттарына дивиденттар һәм дәүләт мөлкәте менән файҙаланыуҙан кергән килемдәр.
Республиканың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса дәүләт комитеты ултырышында бюджет сығымының өстән ике өлөшө тиерлек (128,2 миллиард һум) социаль өлкәне финанслауға китеүен һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың киләһе йылға дөйөм бюджет килеме – 172 миллиард һум, сығым 192 миллиард һум күләмендә күҙалланған. Төбәк дәүләт ҡаҙнаһының дефициты 20 миллиард һум күләмендә фаразланған. Лира Иғтисамова һүҙҙәренсә, дефицит алдағы йылдарҙағы бирәсәктәр һәм йыйылған аҡсалар иҫәбенә ҡаплана. Ағымдағы бюджетты үтәүҙе баһалау буйынса, профицит 4,9 миллиард һум тәшкил итә.
2019 йылда хеҙмәт хаҡын түләү 11 миллиард һумға арта. Милли иҡтисадҡа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 45 миллиард һум, дөйөм дәүләт мәсьәләләренә – 11,4 миллиард һум, бюджет-ара трансферттарға – 9,4 миллиард һум, милли именлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә 1 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1235283-fond-oplaty-truda-v-bashkirii-v-2019-godu-vyrastet-na-11-mlrd-rubley-/
Автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас: