10:29 (UTC+5), 08 Ноября 2018

Өфөлә таҙалыҡ булдырырға кәрәк - Радий Хәбиров

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө үтә бысраҡ ҡала кеүек тәьҫир ҡалдыра, тине Радий Хәбиров ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡала хеҙмәттәренә, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа ресурстар менән ярҙам итергә вәғәҙәләп, урамдарҙы таҙартыу мәсьәләһе менән ныҡлап шөғөлләнергә тәҡдим итте.
«Өфө - бик матур ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға һоҡланып йөрөргә ваҡыт юҡ. Ләкин көн һайын Салауат Юлаев проспектынан йөрөргә тура килә, ә унда 10 сантиметрлыҡ бысраҡ. Көҙгөһөн Шишмә эргәһенән үтеп барғанда шәкәр заводына баҫыуҙан сөгөлдөр ташығандары хәтергә төштө. Өфө юлдарында ла шундай уҡ бысраҡ. Урамдарҙа бысраҡ бордюрҙар янына йыйыла, кипһә — ҡала туҙанға күмелә. Шуға күрә тәү сиратта таҙалыҡ булдырыу зарур. Быға тиҙ генә ирешеүе мөмкин түгел, ләкин шөғөлләнергә кәрәк. Бына Мәскәүҙә Кутузов проспектынан аҡ нәски кейеп йөрөргә лә мөмкин. Беҙҙә лә шундай таҙалыҡ булырға тейеш», — тине республика етәксеһе, мэрия хеҙмәткәрҙәренә бергәләп ҡала буйлап йөрөргә тәҡдим итеп.
Бынан алда төбәк етәксеһе баш ҡала өсөн коммуналь техника һатып алырға планлаштырҙы.
Журналистар асыҡлауынса, Өфөлә урам һепереүселәр һәм техника етмәй, көҙ көнө уларҙы «ҡышҡыға» кейендерәләр, ә бысраҡты таҙартыу өсөн техника юҡ. Ямғыр канализацияһының булмауы, газондарҙың һәм юлдарҙың дөрөҫ проектланмауы ла урамдарҙа бысраҡ һәм саң йыйылыуға булышлыҡ итә. Ноябрь - Өфөлә иң туҙанлы ай: ҡағиҙә булараҡ, һалҡындар ҡар яумаҫ элек башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1235723-v-ufe-nado-zanyatsya-obyknovennoy-chistotoy-radiy-khabirov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика