81.14
0
«Өфөләге барлыҡ маршруттарҙа, шулай уҡ ҡала яны маршруттарында юл хаҡы өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәп-хисап индерелде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының мәғлүмәт технологиялары бүлеге начальнигы Антон Карпов. – Бынан тыш, юлда йөрөгән өсөн банк картаһы контактһыҙ беркетелгән телефон ярҙамында ла түләргә була. Бөтөнөһө эшләй, был хәүефһеҙ. Бөтә сертификаттар ҙа бар, шуға күрә пассажирҙар үҙҙәренең банк карталарын тулы күләмдә файҙалана ала».