07:45 (UTC+5), 08 Ноября 2018

Бөрйәндә оҙаҡ төҙөлгән күперҙәрҙе тапшырыу ваҡыты билдәләнде

БР Транспорт буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса чиновниктар Бөрйән районында оҙаҡ төҙөлгән күперҙәрҙе ҡараны. Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитеты хәбәре буйынса, ведомство етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы, «Башкирдортранспроект» институты, төҙөүсе ойошмалар – «Уралдорстрой» һәм «Лидер» етәкселәре, төҙөлөп бөтмәгән объекттар урынлашҡан ерҙә кәңәшмә үткәрҙе.
Нәбий ауылында йәйәүлеләр өсөн күпер 2011 йылдан төҙөлә, Яңы Монасипта – 2016 йылдан.
Һөҙөмтәлә объекттар буйынса «юл карталары» төҙөлдө. Нәбий ауылы янындағы күперҙе шул уҡ төҙөүсе, 2019 йылдың апреленә бөтә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, тамамлай. Яңы Монасип эргәһендәге күперҙе икенсе ойошма төҙөп бөтөрә, ул уны 2019 йыл дауамында тапшырырға тейеш тип билдәләнде.
6 ноябрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе төҙөлөп бөтмәгән күперҙәр менән хәлде ҡаты тәнҡитләне.
http://www.bashinform.ru/news/1235540-po-porucheniyu-radiya-khabirova-chinovniki-osmotreli-mosty-dolgostroi-v-burzyane/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика