

«Уҙған йылдағы кеүек, «Урал легендаһы» аҙнаһына өс тапҡыр: йома, шәмбе һәм йәкшәмбе йөрөй. Юлдағы ваҡыт – 5,5 сәғәт. Юл хаҡы 700 һум тәшкил итә. Балалар, студенттар һәм льготалылар өсөн ташламалар ҡаралған», - тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат секретары Сергей Спатар.
«Быйыл беҙ махсус рәүештә күсмә состав әҙерләнек, Айғырҙы һәм республикабыҙҙың тау саңғыһы курорттарын төшөргән билдәле фотографтарға мөрәжәғәт иттек. Улар беҙгә үҙҙәренең фотоларын күрһәтте һәм беҙ улар менән «Урал легендаһы» вагондарын биҙәнек. Бынан тыш, вагондарҙа саңғылар һәм сноубордтар өсөн махсус ҡулайламалар ҡуйҙыҡ», - тип өҫтәне Сергей Спатар.Уҙған миҙгелдә «Урал легендаһы» поездары 10 меңдән ашыу ҡышҡы туризмды яратыусыны ташыны. Шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә Абҙаҡ тау саңғыһы курорттарына бармай. Туристарҙың бер өлөшө Инйәр һәм Айғыр станцияларында төшөп ҡала. Былар иһә йәйәүлеләр туризмын һайлаған кешеләр, улар ҙа аҙ түгел, тип билдәләнеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.