12:37 (UTC+5), 07 Ноября 2018

Өфөлә коммуналь техниканың күпселеге иҫкергән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин оператив кәңәшмәлә ҡалала коммуналь техниканың күпселеге иҫкергән булыуы, ун йылдан ашыу файҙаланылыуы тураһында хәбәр итте.
«Был беҙгә быйылғы ҡышҡы осорға әҙерләнергә ҡамасауламай, ләкин киләсәктә проблемалар тыуыуы ихтимал. Республика етәкселеге коммуналь техника автопаркын яңыртырға ярҙам итер тип ышанабыҙ», — тине Өлфәт Мостафин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Өфөнөң яңы мэры менән осрашыуҙа республиканың баш ҡалаһына яңы коммуналь техника һатып алынасағы хаҡында һөйләне.
Бөгөн оператив кәңәшмәлә баш ҡала сити-менеджеры ҡул аҫтындағыларҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ябай хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтен ойоштороу системаһына үҙгәрештәр индереүҙәрен һораны. Тармаҡта эш хаҡының түбән булыуы арҡаһында кадрҙар йыш алмашына.
«Йыл дауамында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы предприятиеларында кадрҙар алмашыныуы 600-ҙән 1000 кешегә тиклем тәшкил итә. Ошо өлкәләге хеҙмәткәрҙәр араһында республиканың башҡа райондарынан килгәндәр күп. Уларға торлаҡ һәм эш хаҡы мәсьәләләре бик мөһим. Был бурысты хәл итеү менән Совет районы ғына системалы шөғөлләнә, эшселәргә ятаҡ бирелә. Ҡалғандарҙа был эш үҙ яйына ҡуйылған. Ошо мәсьәләләрҙең хәл ителмәүе арҡаһында кешеләр эштән китә, йыш ҡына улар ҙур тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр», — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1234879-bolshinstvo-kommunalnoy-tekhniki-v-ufe-ustarelo-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика