05:25 (UTC+5), 07 Ноября 2018

Өфөлә «Беҙҙең бренд» тигән аҙыҡ-түлек фестивале уҙа

Ксения Калинина, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өсөнсө «Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлек фестивале 14-17 ноябрҙә Өфөлә үтә, тип хәбәр ите республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фестивалдә Өфөнән һәм Рәсәй төбәктәренән 100-ҙән ашыу компанияның ҡатнашыуы көтөлә. Улар иң яҡшы аҙыҡ-түлек һәм эсемлек өлгөләре, өр-яңы ҡаҙаныштар һәм технологиялар менән таныштыра.
Эшлекле программа сиктәрендә «Географик индикаторҙар менән аҙыҡ-түлек. Донъя тәжрибәһе һәм Рәсәйҙең мөмкинлектәре», «Тәьмин итеүсе көнө» сауҙа-һатып алыу сессияһы, «Фермерҙарҙың тауарҙарын танытыу. Уңыш серҙәре», «ФOODNET. Ысынбарлыҡ һәм киләсәк», «Балалар. Туҡланыу. Сәләмәтлек», «Сауҙа һәм етештереүселәр. Иҡтисади кооперация формаһы» түңәрәк өҫтәлдәре, шулай уҡ «Рәсәй фермерҙарының аҙыҡ-түлегенән аш-һыу» оҫталыҡ дәрестәре һәм сауҙа мәктәбе уҙа.
Күргәҙмәлә «Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлектән ауыҙ итеү конкурсы һәм Рәсәй бариста чемпионатының Волга буйы төбәгендә һайлап алыу этабы була.
http://www.bashinform.ru/news/1234608-v-ufe-proydet-produktovyy-festival-nash-brend/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика