06:10 (UTC+5), 06 Ноябрь 2018

Өфөлә Башҡорт дәүләт университетына ике яңы ятаҡ төҙөйҙәр

er-duma.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡорт дәүләт университетына ике яңы ятаҡ төҙөйҙәр, тип хәбәр ителә Дәүләт Думаһының «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы сайтында. Улар юғары уҡыу йортоноң төп корпусына алыҫ түгел ерҙә урынлашасаҡ. Беренсе ятаҡты – 2020 йылға, икенсеһен 2025 йылға төҙөү күҙаллана. Ошо хаҡта Өфөләге кәңәшмәлә әйтелде. Уны Дәүләт Думаһының бюджет һәм һалым буйынса комитеты ағзаһы, фракция депутаты Илдар Бикбаев уҙғарҙы.
Парламентарий һөйләүенсә, 2016 йылда ауыл биләмәләрендә булғанда ул ятаҡтарҙа урын етмәү, шул сәбәпле студенттарға ҡуртымға торлаҡ алырға мәжбүр булыу тураһында байтаҡ фекерҙәр ишеткән. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы булышлығында Башҡорт дәүләт университетына өҫтәмә корпустар төҙөүгә федераль бюджеттан 300 миллион һум самаһы бүлеүгә ирешеп булды.
Республиканың Өфө дәүләт нефть техник университеты кеүек ҙур юғары уҡыу йорто ла яңы ятаҡҡа мохтаж. Унда 17 мең Рәсәй һәм сит ил студенты белем ала. Илдар Бикбаев Өфөлә, Мәскәүҙә төҙөлөп бөтөп килгән, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында булып, уның кампус проекты менән файҙаланырға тәҡдим итте.
http://www.bashinform.ru/news/1233903-v-ufe-postroyat-dva-novykh-obshchezhitiya-bashgu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика