10:30 (UTC+5), 06 Ноября 2018

Өфөлә 128 мәктәптең бишәүһендә генә балалар бер сменала уҡый

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфөлә 128 мәктәптең бишәүһендә генә балалар бер сменала уҡый. Был баш ҡаланың яңы биҫтәләрендә торлаҡ төҙөү мәктәп, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар һалыу менән бергә алып барылмауға бәйле. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров биләмәләрҙе төҙөү буйынса килешеүҙәрҙә төҙөүселәрҙең социаль объекттар һалыу буйынса бурыстары аныҡ билдәләнмәүгә, төҙөлөштөң, файҙаланыуға тапшырыуҙың һәм уларҙы муниципалитеттар балансына индереүҙең аныҡ ваҡыты булмауға ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Төҙөүселәр Өфөлә комплекслы төҙөлөш буйынса 5 һәм биләмәләрҙе төҙөү буйынса 47 килешеүҙең береһе буйынса ла социаль объекттар төҙөмәгән.
«Йыш ҡына мәктәптәр һәм поликлиникалар һалыу өсөн тәғәйенләнгән биләмә өсөнсө кешеләрҙең хоҡуғынан азат ителмәгән. Ғәмәлдәге килешеүҙәрҙә төҙөүселәрҙең бурыстары, уларҙы үтәү ваҡыты тураһында аныҡ мәғлүмәтттәр юҡ, был уларға социаль объекттар төҙөү бурысынан ситләшергә мөмкинлек бирә», — тине Радий Хәбиров.
Өфөнөң яңы мэрына был йәһәттән ауыр мираҫ ҡалды, Башҡортостандың баш ҡалаһында торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә лә тәртип урынлаштырырға кәрәк, тип билдәләне республика етәксеһе. Ул республика прокуратураһын да ошо мәсьәләне хәл итеүгә ҡушылыуын һораны.
Бынан алда Өфө хакимиәтендә мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар өсөн биналар бүлеү йәки яңыларын һалыуға төҙөүселәр йәлеп итеү мөмкинлеге ҡаралғайны. Баш ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, төҙөүселәр ғәмәлдәге инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә был бурыстарҙы үҙ өҫтөнә алыуы ихтимал.
http://www.bashinform.ru/news/1234370-v-ufe-tolko-v-5-shkolakh-iz-128-deti-uchatsya-v-odnu-smenu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика