07:15 (UTC+5), 06 Ноября 2018

Башҡортостандағы алдынғы сыр етештереүсе 2,4 миллиард һумға яңыса ҡороу эштәрен башлай

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Бәләбәй һөт комбинаты 2020 йылдың аҙағына тиклем етештереүҙе яңыса ҡора, шунан һуң сығарылған продукция күләмен ике тапҡыр арттыра ала. Ошо хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр иттеләр.
Ағымдағы йылдың март айында Францияның ҙур Savencia Fromage & Dairy компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән предприятиеның мажоритар пакетын һатып алды. Яңы хужа инвестиция проектына ҡушылды һәм үҙ сараларын үҫтереүгә аҡса һала.
Үҙ сиратында, республика Хөкүмәте ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар бүлергә һүҙ бирҙе. Дөйөм инвестициялар күләме 2,4 миллион һум тип аталды. Социаль һөҙөмтә 72 эш урыны булдырыуҙа көтөлә.
Быға тиклем хәбәр ителгәнсә, Savencia Бәләбәйҙә йомшаҡ сырҙар (ҡаймаҡ йәки эремсек менән) сығара башларға күҙаллай.
http://www.bashinform.ru/news/1234302-vedushchiy-proizvoditel-syrov-v-bashkirii-nachinaet-modernizatsiyu-na-2-4-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика