04:20 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Октябрьскийҙа чиновниктар етемдәр өсөн йортто төҙөп бөтмәгән, 15 миллион һум юғалған

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты Октябрьскийҙа бюджетҡа ҙур күләмдә зыян килтереү осрағы буйынса енәйәт эшен тикшерә. Тәфтиш комитеты мәғлүмәте буйынса, 2016 йылдың мартында ҡала власы етем балалар өсөн торлаҡ төҙөүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 15 миллион һум алған.
Был аҡсаны хакимиәт 2017 йылдың аҙағына әҙер булырға тейеш 19 фатир төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыуға һалған. «4-се төҙөлөш идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Госстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән.
2016 йылдың аҙағына тиклем ҡала власы эштәрҙе ҡабул итеү актына ҡул ҡуйған һәм бөтә аҡсаны күсергән, ысынында иһә төҙөлөштөң хатта яртыһы ла эшләнмәгән булған.
Артабан төҙөлөш финанслау етмәү сәбәпле туҡтаған. Объекттар әле һаман файҙаланыуға тапшырылмаған, етемдәр торлаҡ ала алмай.
Тәфтиш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, әле был ваҡиғаларға ҡыҫылышы булған кешеләр асыҡлана.
http://www.bashinform.ru/news/1233033-v-bashkirskom-oktyabrskom-chinovniki-nedostroili-zhile-dlya-sirot-propali-15-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика