11:45 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Кәмендә 30 мең: Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яңы вакансиялар тураһында хәбәр итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы үҙ порталында 30 мең һумдан эш хаҡы менән яңы вакансиялар баҫып сығарҙы.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, «Башҡорт ит компанияһы» Бүздәк районында эшләү өсөн участка етәксеһе эҙләй.
Эш хаҡы – 38 мең һум, льготалар ҡаралған.
Өфөлә PECO-МЕД медицина страховка компанияһында эшләү өсөн медицина экспертизалары үткәреү һәм кәрәкле документация алып барыу өсөн табип-эксперт талап ителә. Кәмендә биш йыл эш тәжрибәһе кәрәк.
Эш хаҡы – 35-40 мең һум.
«Уфанет» эшкә система администраторын ҡабул итә (инвалидтар өсөн квота). Юғары белем һәм Windows өлкәһендә эш тәжрибәһе кәрәк.
Эш хаҡы – 35 мең һум.
Өфөләге «Авалон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә кәмендә өс йыл эш тәжрибәһе менән автодиагност талап ителә.
Эш хаҡы – 40 мең һум.
«Уралтрубопроводстройпроект» проект фирмаһы Өфөлә эшләү өсөн баш белгес эҙләй (инвалидтар өсөн квота). Эш тәжрибәһе һигеҙ йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Эш хаҡы – 40 мең һум.
Ошо уҡ ойошмаға эш тәжрибәһе һигеҙ йылдан кәм булмаған транспорт һәм һаҡлау ҡоролмалары бүлегенә баш белгес (инвалидтар өсөн квота) талап ителә.
Эш хаҡы - 40 мең һум.
Ҡырмыҫҡалыла «Экопродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә «В», «С», «Д» категориялы водитель-экспедитор кәрәк.
Эш хаҡы – 30 мең һум.
Стәрлетамаҡта «АЭРОМАШ» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләү өсөн тәжрибәле цех начальнигы. Уның вәкәләттәренә цехтың етештереү-хужалыҡ эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү, шулай уҡ сығарылған продукцияның сифатын тикшереү инә.
Саҡмағош һөт заводы эшкә юғары белемле энергетикты ҡабул итә.
Эш хаҡы – 40 мең һум.
Ошо һәм башҡа вакансиялар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте төбәктең Хеҙмәт министрлығы мәшғүллеге порталында алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1233302-30-tysyach-minimum-mintrud-bashkirii-soobshchil-o-novykh-vakansiyakh-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика