09:26 (UTC+5), 01 Ноября 2018

Вертолет компанияһы Хайнань провинцияһында «Башҡорт ауылын» төҙөргә ниәтләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге вертолеттар менән тәьмин итеүгә һәм уларҙы киренән йыһазландырыуға махсуслашҡан «Техпромсервис» компанияһы Ҡытайҙың Хайнань провинцияһында «Башҡорт ауылы» туристик-һауыҡтырыу этнокомплексын төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Иҡтисади үҫеш министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһында яҡтарҙың осрашыуы уҙҙы. Ҡытай делегацияһы ҡыҙыҡһыныу белдерҙе: провинция властары бушлай 60 гектар ер бирергә һәм башҡа ярҙам сараларын ҡарарға әҙер.
«Беҙ туристик өлкәлә хеҙмәттәшлекте дауам итергә теләйбеҙ. Уҙған йылда ғына беҙҙең провинцияға 67 миллион турист килгән, шул иҫәптән Рәсәйҙән дә. Улар өсөн үҙенсәлекле этник үҙәк асыу, унда республикағыҙҙың һәм илегеҙҙең сәнғәте, мәҙәниәте, медицинаһы менән таныштырыу күҙаллана», – тип һөйләне Hainan Zhongminjian Jiachai Properties Co., LTD президенты Лю Чжэн.
«Был – Башҡортостандың Ҡытайҙа үҙ бизнесын үҫтергән бер нисә проекттың береһе. Артабан ошондай башланғыстар күберәк булһын өсөн Үҫеш корпорацияһы менән берлектә проект өҫтөндә эшләргә, тәжрибә тупларға әҙербеҙ. Туристарыбыҙ Ҡытай бишегенә – Хайнань провинцияһына ҙур теләк менән барыр тип ышанам, өҫтәүенә Өфөнән унда тура чартер рейстар ҙа бар», — тип билдәләне Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков.
http://www.bashinform.ru/news/1232590-vertoletnaya-kompaniya-planiruet-stroit-bashkirskiy-aul-v-provintsii-khaynan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика