11:29 (UTC+5), 01 Ноября 2018

«Урал» фонды Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн ҡайтанан финанслай башлай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың элекке президенты Мортаза Рәхимовтың «Урал» хәйриә фонды ноябрҙән Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн ҡайтанан финанслай башлай. Был хаҡта фонд советы ултырышы йомғаҡтары буйынса ойошманың сайтында хәбәр ителә. Шуның менән бергә фонд эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәре ярайһы уҡ ҡыҫҡартыла.
«Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, объектты тамамлау өсөн, «Урал» фонды етәксеһе — Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов баһалауынса, 5-6 миллиард һум кәрәк.
«Әр-Рәхим» мәсете 2007 йылдан һалына башлағайны, әлеге ваҡытта төҙөлөш туҡтатылған. Бер нисә йыл элек уның тирәләй низағ тыуҙы, төп сәбәптәренең береһе — «Мөслим-сити» мосолмандар диниә назаратының девелопер проекты. Шунан һуң банкир һәм элек Башҡортостан президенты вазифаһына дәғүә иткән Сергей Веремеенко инвесторҙар табырға вәғәҙә итте. Бынан алда Башҡортостандың өс традицион конфессия башлыҡтары республиканың яңы етәкселегенә мәсетте төҙөүҙе тамамлауҙарын һорап мөрәжәғәт итте.
http://www.bashinform.ru/news/1232592-fond-ural-vozobnovit-finansirovanie-stroitelstva-mecheti-ar-rakhim-v-ufe/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика