12:24 (UTC+5), 01 Ноября 2018

Радий Хәбиров Ауыл хужалығы министрлығына башҡорт балының данын яҡлау системаһын төҙөргә ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Радий Хәбиров Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахмановҡа башҡорт балының данын яҡлау системаһын төҙөргә ҡушты. Быға интернеттағы Красноярскиҙа һатылған башҡорт балы башҡалар араһында иң сифатһыҙы тип танылған һәм аҙыҡтың сифат күрһәткестәренә тап килмәй тигән мәғлүмәт сәбәпсе булды. Красноярск стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәге төҙөгән рейтингка ярашлы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең тәбиғи башҡорт балы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә етештерелгән татлы ризыҡ өлгөләре араһында һуңғы, 13-сө урынды алған. Мәғлүмәт үҙәктең рәсми сайтында баҫылған.
Учреждение был төбәккә бал оҙатмай һәм уҙған йылдарҙа тап ошонда «Башҡорт балы» исеме аҫтында ялған бал һатҡандар, тип раҫлай Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов. Уның һүҙҙәренсә, ошондай агрессив сәйәсәт 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» бөтә донъя конгресын уҙғарыуға бәйле. Шул рәүешле башҡорт балының данын төшөрөргә теләйҙәр. Учреждение Красноярск крайындағы стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар дәүләт төбәк үҙәге исеменә үҙенең абруйын яҡлау тураһында Арбитраж судҡа ғариза яҙған.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов «Башинформ» агентлығына башҡорт балының сифатын шик аҫтына ҡуйған ошо һәм башҡа осраҡтарға бәйле республика төбәктең төп брендын яҡлау системаһын төҙөйәсәге хаҡында һөйләне.
«Иртәгә башҡорт балының данын яҡлау системаһын төҙөү өсөн Хөкүмәт кимәлендә юристар менән йыйылабыҙ. Әлегә тиклем бер кем дә ошо эш менән шөғөлләнмәне. Юридик күҙлектән системалы, теүәл эшләйәсәкбеҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1232918-radiy-khabirov-poruchil-minselkhozu-vystroit-sistemu-zashchity-reputatsii-bashkirskogo-meda/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика