07:31 (UTC+5), 01 Ноября 2018

Рәсәйҙә бензин хаҡын июндәге кимәлгә төшөрөүҙәре ихтимал

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 31 октябрҙә Рәсәй Хөкүмәтендә нефтселәр менән осрашыу уҙҙы, унда бензин хаҡын төшөрөү тураһында һөйләшеп килешелде. Атап әйткәндә, нефть компаниялары менән килешеү иҫәбенә яғыулыҡ баҙарын тотороҡландырыу тураһында һүҙ барҙы. Уға 2019 йылдың 31 мартына тиклем ҡул ҡуйыу күҙаллана, тип яҙа «Ведомости».
Энергетика министры Александр Новак һүҙҙәренсә, автозаправкалау станциялары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн бензиндың күмәртә хаҡы 2018 йылдың июнь айындағы кимәлгә ҡайтырға тейеш.
Шуны билдәләп үтәйек: быйыл көҙ нефтселәр хөкүмәт менән яғыулыҡтың хаҡын арттырмау тураһындағы килешеүе арҡаһында көрсөк хәлендә ҡалды. Ләкин артабан хаҡтарҙы яһалма тотоп тороу барып сыҡманы һәм компаниялар 4-5 һумға арттырыу хаҡында белдерҙе. Тап шуға ла хөкүмәт премьер-министры Дмитрий Медведев нефтселәр менән осрашыу ойошторорға ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1232627-v-rossii-tseny-na-benzin-mogut-snizit-do-urovnya-iyunya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика