11:30 (UTC+5), 31 Октября 2018

Республиканың Урал аръяғында юлдарҙы һаҡлау механизмын әҙерләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Раиф Әбдрәхимов етәкселегендәге комиссия Урал аръяғында юлдарҙы һәм социаль объекттарҙы тикшерҙе.
Раиф Әбдрәхимов һүҙҙәренсә, бөгөн тау-байыҡтырыу комбинаттарының ҙур йөк самосвалдары юлдарҙы боҙа.
«Бер яҡтан, предприятиелар эшләй, уларҙа беҙҙең яҡташтарыбыҙ тир түгә, ләкин шуның менән бергә юл инфраструктураһына зыян килтерергә ярамай. Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса, беҙҙең комиссия ЮХХДИ, ауырлыҡ контроле хеҙмәте һәм башҡа ҡыҙыҡһынған ойошмалар һәм ведомстволар менән берлектә юлдарыбыҙҙы һаҡлау механизмын әҙерләргә тейеш, — тип хәбәр итте вице-премьер вазифаһын башҡарыусы. — Файҙаланыу осоронда уларҙы тәртиптә тотоуҙы һәм ҙур йөк ташыу тамамланғандан һуң норматив хәлгә килтереүҙе предприятиелар тулыһынса үҙ өҫтөнә ала».
Шулай уҡ төбәктә юлдар төҙөү һәм уларҙы реконструкциялау мәсьәләһе этаплап хәл ителә.
Әбйәлил районында алыҫта урынлашҡан ауылдарға газ үткәреү буйынса мәсьәләләр араһында күмер яғып йылытылған Рәхмәт мәктәбе ҡаҙанлығы беренсе урында. 2019 йылда ул газ менән йылытыуға күсә. Район үҙәге Асҡарҙа 825 урынлыҡ яңы мәктәп проектланған. Баймаҡ районында, яңы мәктәптәр һәм башҡа социаль объекттар төҙөү проекттарынан тыш, вице-премьер вазифаһын башҡарыусыны тәбиғи таш сығарыу һәм уны эшкәртеү менән шөғөлләнгән «Златолит+» йәмғиәтенең эше менән дә таныштырҙылар.
«Сеймалды вәхшиҙәрсә сығарыуға түгел, ә уны цивилизациялы эшкәртеүгә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк, – тип билдәләне Раиф Әбдрәхимов. – Өҫтәмә табыш та, яңы эшселәр ҙә, урындағы ҡаҙнаға һалым да булыр».
Хәйбулла районында комиссия һыу үткәреү коммуникациялары торошон һәм Урал аръяғында коммуникациялар төҙөү, уларҙы реконструкциялау буйынса юл картаһын эшләүҙе лә тикшерҙе. Бынан тыш, Аҡъярҙа Мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн тамамлау буйынса техник эште әҙерләү башланды.
http://www.bashinform.ru/news/1232286-v-bashkirii-v-zaurale-razrabotayut-mekhanizm-sokhraneniya-dorog/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика