03:30 (UTC+5), 31 Октября 2018

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды ноябрь байрамдарында пенсия таратыу графигын хәбәр итте

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеү менән бәйле пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр ваҡытынан алда таратыла, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Ағиҙелдә, Салауатта, Нефтекамала, Күмертауҙа, Мәләүездә, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренка, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Өфө райондарында пенсияны 3, 4 һәм 5 ноябрь өсөн 1 һәм 2 ноябрҙә тараталар. Башҡортостандың ҡалған райондарында һәм ҡалаларында – 2 һәм 3 ноябрҙә, почта бүлексәһенең эш режимына ҡарап.
6 ноябрҙә пенсиялар ғәҙәттәге графикка ярашлы илтеп бирелә. Аныҡ илтеү көндәре октябрь өсөн пенсия квитацияларында яҙылған.
Банктарға пенсия килешеү менән билдәләнгән ваҡытта күсерелә.
Ноябрҙә дөйөм түләүҙәр күләме 16,7 миллиард һум тәшкил итә, тип өҫтәнеләр Рәсәй Пенсия фондының төбәк буйынса бүлексәһендә.
http://www.bashinform.ru/news/1231812-pensionnyy-fond-po-bashkirii-soobshchil-grafik-dostavki-pensiy-v-noyabrskie-prazdniki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика