11:30 (UTC+5), 30 Октября 2018

Республика буйынса Пенсия фонды пенсионерҙарға «өҫтәмә» 720 һум тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мессенджерҙарҙа пенсия тәьминәте тураһында дөрөҫлөккә тап килмәгән мәғлүмәт таратыу осраҡтарының йышайыуы хаҡында иҫкәртте.
Атап әйткәндә, пенсионерҙарға булмаған өҫтәмә аҡса алыу өсөн Пенсия фондына барырға тәҡдим итәләр. Социаль селтәрҙәрҙә таралған аудиофайлда бер ҡатын пенсионерҙарға 720 һум өҫтәмә аҡса бирелергә тейешлеге хаҡында һөйләй.
Уның һүҙҙәренсә, хаҡлы ялдағыларҙың барыһы ла өҫтәмә түләү алырға хоҡуҡлы. Аҡсаны алыу өсөн паспорт, шәхси иҫәп номеры менән Пенсия фондына килергә һәм ғариза яҙырға кәрәк. Быны 1 ноябргә тиклем тапшырыу һорала.
Фондта һыҙыҡ өҫтөнә алыуҙарынса, был мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй. Быйыл пенсия тулы күләмдә һәм ғаризаһыҙ индексацияланды, шуға күрә өҫтәмә түләү өсөн нигеҙ юҡ.
Пенсия фондының түләүҙәре һәм индексация үткәреү хаҡында барлыҡ дөрөҫ мәғлүмәттәр менән Рәсәй Пенсия фондының рәсми сайтында танышырға мөмкин. Шулай уҡ халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары аша еткерелә.
Бындай осраҡтарҙа граждандарға мәғлүмәтте яңынан тикшерергә һәм Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәләре йәки идаралыҡтары телефондары буйынса аныҡларға кәңәш ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1231645-pensionnyy-fond-po-bashkirii-oproverg-soobshchenie-o-dopolnitelnykh-720-rublyakh-pensioneram/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика