10:00 (UTC+5), 30 Октября 2018

Башҡортостандың 100 йыллығына Өфөлә ниндәй социаль объекттар төҙөлә

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республиканың 100 йыллығына Өфөлә 23 социаль объект барлыҡҡа килә, уларҙың дөйөм хаҡы 25,7 миллиард һумға баһалана. Уларҙың бишәүһе сафҡа индерелгән дә инде: «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы, Колгуев һәм «Дим-8» биҫтәләрендә, Нуғай ҡасабаһында мәктәптәр һәм реконструкцияланған 1-се мәктәп.
«17 объект төҙөлөш стадияһында», — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Насретдинов.
Планға ярашлы, 1300 урынлыҡ 44-се мәктәп төҙөлөшөн (ҡеүәте яңы корпустар һалыу иҫәбенә арта) 2019 йылдың 1 сентябренә тамамлау күҙаллана.
Калинин районының Максимовка ҡасабаһында балалар баҡсаһы. 2019 йылдың икенсе кварталында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Инорста дөйөм белем биреү үҙәге: «Боҙ аренаһы» ябыҡ һырғалағы — 2019 йылдың авгусында сафҡа индерелә. Балалар баҡсаһы, мәктәп һәм спорт блогы – эштәр башланмаған, сөнки финанслау 2019 йылда ҡаралған.
«Сағыу» биҫтәһендәге мәктәпте сафҡа индереү ваҡыты — 2019 йылдың ноябре.
Административ бинаны психотерапия үҙәге стационары итеп реконструкциялау. Файҙаланыуға тапшырыу – 2018 йылдың аҙағы.
Онкология диспансерына төкәтмә – 2019 йылдың дүртенсе кварталы.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын капиталь ремонтлауҙы 2019 йылда тамамларға уйлайҙар. Эштәр башланмаған әле.
Ленин районында Ә.Исҡужин исемендәге музыка мәктәбен төҙөү – файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты 2019 йылдың 1 сентябре.
Төхвәт Йәнәби бульварындағы бассейн – сафҡа индереү 2019 йылға билдәләнгән.
«Нефтсе» бассейнын реконструкциялау — объект төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн сауҙаға ҡуйылған. 2019 йылда сафҡа индереү күҙаллана.
Ленин районында Спорт әҙерлеге үҙәге – 2019 йылдың майында тапшырыу ҡаралған.
«Өфө» аэропортын реконструкциялау — конкурс документацияһы әҙерләнгән. Сафҡа индереү 2019 йылдың декабренә билдәләнгән.
«Өфө» станцияһында тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау — эштәр алып барылмай.
Республика кардиология диспансерын төҙөкләндереү – аукциондар бер нисә тапҡыр күсерелде, ремонт башланмаған. Сафҡа индереү 2022 йылға планлаштырылған.
4-се дауахана биләмәһендә балалар йоғошло сирҙәр корпусы – дәүләт экспертиза баһаһы юҡ. Эштәр башланмаған. Планда – 2020 йылда сафҡа индереү.
http://www.bashinform.ru/news/1231737-kogda-i-kakie-sotsobekty-postroyat-v-ufe-k-100-letiyu-obrazovaniya-respubliki-bashkortostan/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика