05:27 (UTC+5), 30 Октября 2018

Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡеүәтле «Беларус-1221.3» тракторын йыя башланы

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә «Башсельхозтехника» предприятиеһында тәүге «Беларус-1221.3» тракторын – төрлө ауыл хужалығы эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән популяр тракторҙарҙың береһен йыйҙылар.
Минск трактор заводы лицензияһы буйынса «Башсельхозтехника» предприятиеһы менән берлектә етештерелгән «Беларус-1231.3» тракторы алты цилиндрлы, 4300 килограмм йөк күтәрә алырға һәләтле.
Был моделдең үҙенсәлеге шунда: дизель зарарлы матдәләрҙе сығарып ташлау буйынса Таможня союзының Техник регламенты талаптарына ярашлы, Stage II баҫҡысының экологик талаптарына тап килә.
«Беларус-1221.3» сертификация һынауҙарын уңышлы үтте һәм тейешле сертификат алды.
«Башсельхозтехника» Рәсәйҙә ҡеүәтле «Беларус-1221.3» тракторын йыйыуҙы үҙләштергән тәүге предприятие булды. Уҙған йылда предприятие Минск трактор заводының тағы ла бер тракторын – «Беларус-82.1»-ҙе йыя башланы. Әлеге мәлдә «Башсельхозтехника» эшселәре 60-тан ашыу ошондай трактор йыйған.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәйзрахманов һүҙҙәренсә, республикала «Беларус-1221.3» тракторын йыя башлау үтенесе менән Ауыл хужалығы министрлығына Илеш районы аграрийҙары мөрәжәғәт иткән. Ярты йылдан һуң игенселәрҙең теләге бойомға ашты.
«Бөгөн беҙ яңыраҡ ойошторолған Агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ремонт-техника ассоциацияһы сиктәрендә йыйыу производствоһы серияһын башлайбыҙ. Ҙур һорау менән файҙаланған һәм уңайлы «Беларус-1221.3» инде иҫкергән ДТ-75 һәм Алтай Т4 тракторҙарын алмаштырырға тейеш. Был бик ҙур аҡса түгел – иң мөһиме, Белоруссиялағы коллегаларыбыҙ беҙгә ошо машина комплекттарын бирә, ә беҙ республикабыҙ шарттары өсөн йыябыҙ. Машина комплекттарынан йыйыуҙы үҙләштереп һәм ошо продукцияны баҙарға сығарыу мөмкинлеге булғанда, ни өсөн ҙур заводтар төҙөргә», — тине Илшат Фәйзрахманов.
Башҡортостанда йыйылған ауыл хужалығы техникаһының төп өҫтөнлөгө шунда: төбәк аграрийҙары уны республика бюджетынан өлөшләтә субсидиялау ярҙамында һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Урында йыйылған тракторҙарҙың тағы ла бер мөһим өҫтөнлөгө – «Беларус – 1221.3» тә, «Беларус-82.1» ҙә юғары технологиялы игенселек системаһы өсөн аппарат-программалы комплекс менән йыһазландырылған. Комплексты Башҡорт дәүләт аграр университетында техник фәндәр докторы Рөстәм Ғәлиуллин әҙерләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1231249-bashkiriya-pervoy-v-rossii-nachala-sborku-moshchnogo-traktora-belarus-1221-3/
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика