09:00 (UTC+5), 30 Октября 2018

Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды 2020 йылға туранан-тура түләүҙәргә күсергә ниәтләнә

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан буйынса Социаль страховкалау фонды 2020 йылға социаль страховкалау буйынса туранан-тура түләүгә күсергә ниәтләнә, тип хәбәр итте төбәк Социаль страховкалау фонды идарасыһы урынбаҫары Лариса Черепанова.
Уның һүҙҙәренсә, ҡалған ваҡыт эсендә үҙ-ара иҫәпләү механизмынан страховка тәьминәтен туранан-тура түләү механизмына күсеү күҙалланған. Бөгөнгө көнгә республикала туранан-тура түләүгә федераль учрждениеларҙың бөтә бүлексәләре, Рәсәй почтаһы, «Газпром» бүлексәләре күскән, әле был йүнәлештә Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең ҡайһы бер бүлексәләре менән эш алып барыла.
«Улэш биреүселәр өсөн дә, уларҙың әйләнештәге аҡсалары бушаясаҡ, социаль яҡланасаҡ һәм мотлаҡ социаль страховкалау буйынса тейешле страховка тәьминәтен гарантиялы рәүештә аласаҡ эшләүсе граждандар өсөн дә һөҙөмтәле була», — тип аңлатты Лариса Черепанова.
Ул социаль пособиеларға мохтаж байтаҡ граждандар өсөн түләүҙәрҙе эш биреүсегә ҡарамай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм тулы күләмдә алыу мөһимлегенә иғтибар итте.
Икенсе мөһим мәл – страховка түләүҙәрҙе иҫәпләү асыҡлығы, мәҫәлән, ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек буйынса пособиелар.
Проект сиктәрендә страховкаланған граждандың шәхси кабинеты була, ул унда страховканы ҡайтарыу суммаһының нисек иҫәпләнеүен күрә ала. Пособиены иҫәпләү өсөн нисә ауырыған көн, ниндәй уртаса эш хаҡы иҫәпкә алына, шул рәүешле, һәр хеҙмәткәр дәүләт билдәләгән тәьминәтте ваҡытында һәм гарантиялы рәүештә генә алып ҡалмай, ә түләү күләменә нимәнең һәм нисек тәьҫир иткәнен аныҡ ҡарай ала, тип аңлатты Лариса Черепанова.
http://www.bashinform.ru/news/1231727-fond-sotsstrakhovaniya-po-bashkirii-nameren-pereyti-na-pryamye-vyplaty-k-2020-godu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика