06:30 (UTC+5), 30 Октябрь 2018

Башҡортостан 24 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 47 мәктәп автобусы ала

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Рәсәй Хөкүмәте мәктәп автобустары һәм ашығыс ярҙам автомобилдәре һатып алыуға резерв фондтан 5 миллиард һум бүлгән. Бөгөн Хөкүмәт сайтында баҫылып сыҡҡан документта өҫтәмә 885 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле һәм 1401 мәктәп автобусы менән тәьмин итеү ҡаралған тип билдәләнгән. Уларҙы алыуға 2,5-шар миллиард һум бүленә.
Башҡортостан 24 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 47 мәктәп автобусы ала. Рәсәйҙең ҙур автомобиль етештереүселәре – «ГАЗ», «УАЗ», «Форд Соллерс», «ПАЗ», «КАВЗ» һәм «ВОЛГАБАС» ашығыс медицина автомобилдәре һәм мәктәп автобустары менән тәьмин итеүсе тип билдәләнгән.
Алдан, 5 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев төбәктәр өсөн транспорт һатып алыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошо документҡа ярашлы, Башҡортостан йыл аҙағына тиклем 25 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 41 мәктәп автобусы алырға тейеш ине.
Әле Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы автопаркында 470 берәмек иҫәпләнә. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, улар яҡынса 70 процентҡа туҙған.
http://www.bashinform.ru/news/1231525-bashkiriya-poluchit-24-mashiny-skoroy-pomoshchi-i-47-shkolnykh-avtobusov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика