11:55 (UTC+5), 30 Октября 2018

2020 йылдан рәсәйҙәрҙе бурыстары тураһында sms һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша иҫкәртәләр

Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәй халҡы үҙҙәренең бурыстары тураһында белдереүҙе 2020 йылдың 1 ғинуарынан мобиль телефонға хәбәр формаһында һәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ала башлай. Ошо хаҡта, Федераль суд приставтары хеҙмәте башлығы Дмитрий Аристовҡа һылтанып, «Известия» баҫмаһы яҙа.
Уның һүҙҙәренсә, почта элемтәһе граждандарға бурыстары тураһында хәбәр итеү өсөн һәр саҡ һөҙөмтәле түгел, шуға мәғлүмәт еткереү системаһын үҙгәртеү буйынса закон проекты әҙерләнде.
2018 йылдың апрелендә Федераль суд приставтары хеҙмәтенән документтар граждандарға почтаға ҡағыҙ формаһында ғына түгел, улар риза булған осраҡта дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа ебәреү мөмкинлеге тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына «Берҙәм Рәсәй» фракцияһынан вице-спикер Ирина Яровая етәкселегендә депутаттар төркөмө индерҙе. Ошо яңылыҡ мәғлүмәт менән алмашыу системаһын һәм граждандың суд приставтары менән үҙ-ара эшмәкәрлеген ябайлаштырырға һәм уны етеҙерәк итергә мөмкинлек бирер тип күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1231488-s-2020-goda-rossiyan-budut-preduprezhdat-o-dolgakh-po-sms-i-cherez-portal-gosuslug/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика