05:40 (UTC+5), 29 Октября 2018

Ҡырҙас ауылы халҡы Радий Хәбировҡа ағастан йорттар төҙөү мәсьәләһе тураһында һөйләне

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы халҡы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа уларҙы күптән борсоған проблемалар тураһында һөйләне. Уларҙың берәүһе йорт төҙөү менән бәйле. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, йорт һалыу өсөн ылыҫлы ағас алыу бик ауыр.
«Ылыҫлы ағас өсөн алтышар-етешәр йыл сиратта торорға тура килә. Ауылда йәшәп, беҙҙең буранан йорт һалыу мөмкинлегебеҙ юҡ. Уның урынына уларҙы шлак блогынан төҙөйбөҙ. Ауыл халҡы өсөн төҙөлөшкә ағас бүлеү мәсьәләһе хәл ителһен һәм, бәлки хатта, урман бүлеү ваҡыты ла ҡыҫҡарһын ине», — тип һөйләне Ҡырҙас ауылында йәшәүселәр.
Радий Хәбиров осрашыуҙа яңғыраған мәсьәләләрҙе ентекләп өйрәнеүен һәм унан һуң улар буйынса аҙаҡҡы ҡарар ҡабул итеүен әйтте.
«Республикабыҙ етәксеһенең беҙҙең менән нисек аралашыуы оҡшаны. Ул беҙҙең проблемаларҙы иғтибар менән тыңланы, шунда уҡ бөтә мәсьәләләрҙе хәл итәм тип вәғәҙә бирмәне. Был осрашыу беҙҙә бик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы», — тип «Башинформ» агентлығы менән уртаҡлашты Ҡырҙас ауылында йәшәүсе Радмир Солтанбаев.
1 из 5
http://www.bashinform.ru/news/1230480-vrio-glavy-bashkirii-vyslushal-problemy-zhiteley-derevni-kirdasovo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика