14:29 (UTC+5), 29 Октября 2018

Радий Хәбиров Башҡортостанда тәбиғи ташты эшкәртеүҙе туҡтатырға ҡушты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә тәбиғи ташты эшкәртеүҙе туҡтатырға һәм төҙөлөш материалдарын сығарыу менән шөғөлләнгән барлыҡ предприятиеларҙы тикшерергә ҡушты.
Кисә республика етәксеһе Баймаҡ районы Темәс ауылы янындағы карьерҙы ҡараны һәм Урал аръяғындағы барлыҡ райондарҙа тиерлек ошо ташты законһыҙ эшкәртеүҙең бик күп факттарын ысын һәләкәт тип атаны. Баймаҡ районында ғына ташты ошолай вәхшиҙәрсә сығарыу урындары - 40-тан ашыу.
«Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин улар цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп өлөшө райондың проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Сығарылған таш Мәскәүгә, Мәскәү өлкәһенә, Грозныйға оҙатыла. Әгәр беҙ бынан бер ни ҙә алмайбыҙ икән, ни өсөн һатабыҙ һуң? Бәлки, эшмәкәрлектән баш тартырға кәрәктер? Ҡаҙнаға ошонан күп тигәндә биш миллион һум алабыҙ».
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы лицензиялар биреүҙе туҡтатырға һәм ғәмәлдәге лицензиялар сиктәрендә эштәрҙе алып барыуҙың дөрөҫлөгөн тикшерергә ҡушты. Ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыу буйынса эшсе төркөмдө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов етәкләй. Төркөм аҙна дауамында аныҡ план тәҡдим итергә тейеш. Хоҡуҡ һаҡлау органдарын да йәлеп итергә тура килер, сөнки «енәйәт билдәләре күренә һәм коррупция эшмәкәрлеге күренештәре бар». Тиҙҙән урмандар һәм ҡырағай йәнлектәргә законһыҙ һунар итеү мәсьәләләренә иғтибарымды йүнәлтергә теләйем, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Һунарсылар тотош Рәсәйҙән килә, йәнлектәрҙе пулемёттар менән генә ҡырмайҙар. Ләкин хайуандарҙы ашатыу һәм үрсетеү буйынса бер ниндәй ҙә эшмәкәрлек тә алып барылмай. Һунар цивилизациялы һәм һаҡсыл булырға тейеш», — тине республика етәксеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1230978-radiy-khabirov-poruchil-priostanovit-razrabotku-prirodnogo-kamnya-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика