12:02 (UTC+5), 29 Октября 2018

Баш ҡалала кемгә юғары эш хаҡы тәҡдим итәләр: октябрҙең иң яҡшы вакансиялары

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Superjob порталы аналитиктары Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә октябрҙең иң ҡиммәтле вакансияларын атаны.
Порталда урынлаштырылған мәғлүмәткә ярашлы, Өфөлә иң шәп тәҡдим техник директор вакансияһы булған — хеҙмәт хаҡы 125 мең һумдан башлана.
Икенсе урында — программист вакансияһы, эш хаҡы кәм тигәндә 65 мең һум.
Өфөлә баш иретеп йәбештереүсенең эше өсөн ай һайын 60 мең һум түләргә әҙерҙәр.
«1C» программисы 60 мең һумдан кәм булмаған хеҙмәт хаҡына иҫәп тота ала.
Өфөлә октябрҙәге иң яҡшы биш вакансия исемлеген айына 55 мең һумдан кәм булмаған эш хаҡы менән сектор етәксеһе/ әйҙәүсе инженер сметасы яба.
Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына килгәндә, Мәскәүҙә октябрҙең иң ҡиммәтле вакансияһы һалым хоҡуғы юрисконсульты (адвокат) өсөн тәҡдим булған. Уның эше өсөн айына кәм тигәндә 300 мең һум түләргә әҙерҙәр.
Санкт-Петербургта октябрҙең иң яҡшы вакансияһы — генераль директорҙың персонал буйынса урынбаҫары — айына 170 мең һумдан кәм түгел.
Пермдә директорҙың хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫарының эше өсөн 120 мең һум түләргә әҙерҙәр.
Һамарҙа төбәк идарасыһы кәм тигәндә 100 мең һумға иҫәп тота ала.
Екатеринбургта иң шәп тәҡдим төҙөлөш сәнәғәт проекты етәксеһе өсөн — айына 100-120 мең һум.
Ҡазанда «1С» программисының эшен 70 мең һумға баһалайҙар.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылдың авгусында республикала хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән кесе эшҡыуарлыҡ ойошмаларында ла, уртаса эш хаҡы 33 028 һумдан ашҡан. Был уҙған йылдың август айына ҡарағанда 8 процентҡа күберәк. Шуның менән бергә ошо ваҡыт эсендә реаль эш хаҡы 5,2 процентҡа артҡан.
Ғәҙәттәгесә, төбәктә иң юғары эш хаҡын кокс һәм нефть продукттарын етештереүселәр ала – уртаса 77 441 һум.
http://www.bashinform.ru/news/1231187-komu-v-ufe-predlagayut-samye-bolshie-zarplaty-luchshie-vakansii-oktyabrya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика