12:03 (UTC+5), 26 Октября 2018

Республикала мәктәптәр һәм поликлиникалар төҙөү ике тапҡырға кәмегән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 2018 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда сменаһына ни бары 28 кешене ҡабул итерлек поликлиникалар сафҡа индерелгән. Яңы медицина учреждениелары Күмертауҙа һәм Дыуан районында асылған – улар сменаһына 20 һәм 8 кешене ҡабул итергә һәләтле. Был уҙған йыл күрһәткесенә 40% ҡына тәшкил итә. Ул саҡта сменаһына 7 кешене ҡабул итерлек амбулатор-поликлиника учреждениелары төҙөлгән.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, мәктәптәр төҙөү ике тапҡырға кәмегән, 950 урынлыҡ белем усаҡтары сафҡа индерелгән. 2017 йылда был күрһәткес 1575 урын тәшкил иткән. Балалар баҡсаларын һалыу үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 6,3% артҡан (170 урын). Иң ҙур үҫеш — 2,3 тапҡырға — клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыуға бәйле теркәлгән. Илеш районында 300 урынлыҡ яңы клуб асылған. 2018 йылда Бүздәк районында майҙаны 231 квадрат метрлыҡ йөҙөү бассейны, Нефтекамала — 40 урынлыҡ бассейн, ә Белоретта 20 урынлыҡ балалар һауыҡтырыу лагеры сафҡа индерелгән.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеларын сафҡа индереүҙә — икенсе, мәктәптәр буйынса — бишенсе, балалар баҡсалары буйынса — етенсе һәм поликлиникалар буйынса һигеҙенсе урынды биләй.
http://www.bashinform.ru/news/1229911-v-bashkortostane-v-dva-raza-snizilos-stroitelstvo-shkol-i-poliklinik-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика