10:01 (UTC+5), 26 Октября 2018

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы республика шыршыһы ҡунаҡтары өсөн 0,9 миллион һумға бүләктәр һатып ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы республика яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусылар өсөн 493 мең 997 һумға 780 кондитер йыйылмаһы һәм 468 мең һумға 2019 йылдың символы булған 780 йомшаҡ уйынсыҡ һатып ала. Тендер тураһында мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары порталында баҫылған.
Татлы бүләктең ауырлығы 1000 грамдан кәм булмаҫҡа, кәнфиттең 37 төрө һалынырға, улар Яңы йыл посылкаһына оҡшатып, ҡалай ҡапҡа төрөлөргә, унда почта маркалары һүрәтләнергә тейеш.
Йомшаҡ уйынсыҡҡа ла талаптар бар. 2019 йылдың символы — Сусҡа балаһы тәбиғи төҫтә, киңлеге — 20, бейеклеге 45 сантиметр, яһалма тиренән һәм мамыҡ велюрҙан, яһалма замшанан тегелгән пальтола (дупланған тунда) булырға тейеш тиелгән.
Ҡатнашыуға ғаризалар 6 ноябргә тиклем ҡабул ителә, аукцион 12 ноябрҙә уҙа. Тауарҙы 15 декабргәсә ҡуйырға кәрәк.
Йыл һайын ойошторолған республика яңы йыл шыршыһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары, шулай уҡ ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар саҡырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1229799-minobr-bashkirii-zakupit-podarki-dlya-gostey-respublikanskoy-elki-na-summu-0-9-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика