04:10 (UTC+5), 26 Октября 2018

Башҡортостанда индустриаль парктар селтәре булдырыу күҙаллана – Рөстәм Мәрҙәнов

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яҡын ваҡытта Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында ла тотош индустриаль парктар селтәре булдырыу күҙаллана. Ошо хаҡта Өфөләге «ПромҮҙәк» индустриаль паркында яңы бинаны асыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдерҙе.
«Бөтә ваҡлыҡтарын әлегә әйтмәйем, барыһы ла әҙерлек стадияһында, - тип «Башинформ» агентлығына комментарий бирҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры. - Бер бөтөн шәхси парктар төҙөү программаһы була. Бында, Өфө районында, яңы иҡтисади зона барлыҡҡа килә. Ысынында, ул иһә киләһе быуын. Унда индустриаль майҙансыҡ ҡына түгел, кешеләр торған зона, йәғни бер үк ваҡытта сәнәғәтте лә, социаль өлкәне лә үҫтерергә мөмкинлек биргән тотош бер объектар комплексы».
Премьер-министр һүҙҙәренсә, быйыл уҡ Ҡытай партнерҙары менән тейешле килешеү төҙөү күҙаллана.
«Беҙ Ҡытайҙа булдыҡ. Унда беҙгә ошоноң нисек эшләнеүен күрһәттеләр. Моғайын, беҙ улар менән бергә эшләрбеҙ, - тип хәбәр итте Рөстәм Мәрҙәнов. - Парктарға килгәндә, хәҙер уҡ Өфөнән сыҡҡан ерҙә икенсе индустриаль парк үҫтерергә кәрәк. Бынан тыш, ҡалаларҙа тотош селтәр үҫешәсәк. Улар хәҙерге партнерҙарҙың ҡайһыһы үҙ производствоһын урынлаштырырға әҙер булыуын аңлағас ҡына эшләнәсәк. Шулай итеп, инвестицияға булышлыҡ, сәнәғәт потенциалы үҫеше ҡарашынан ошондай перспективалы йүнәлештәр була. Был юҫыҡта эш алып барыла ла инде».
http://www.bashinform.ru/news/1229536-v-bashkirii-planiruetsya-sozdanie-seti-industrialnykh-parkov-rustem-mardanov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика