06:20 (UTC+5), 25 Октября 2018

Йыл башынан Башҡортостан пенсионерҙары 174 миллиард һум алған

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда пенсия түләүгә Пенсия фонды сығымдары 174 миллиард һум тәшкил иткән.
Бөтә пенсиялар һәм пособиелар ваҡытында һәм тулы күләмдә түләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Октябрҙә пенсияны һәм башҡа түләүҙәрҙе таратыу тамамланған. Был маҡсатҡа, дөйөм алғанда, 16,7 миллиард һум талап ителгән.
Башҡортостанстаттың 2018 йылдың июленә биргән мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала пенсионерҙар һаны бер йылда 1,5% артҡан һәм 1,186 миллион кешегә еткән.
Күбеһенсә ул ҡартлыҡ буйынса страховка пенсиялары алған кешеләр (995,2 мең кеше). Ошо категорияға ҡараған пенсионерҙарҙың уртаса айлыҡ түләүе 13 099 һум тәшкил иткән.
Инвалидлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы 8 538 һумға тиң булған, ҡараусыны юғалтыу буйынса – 8 996. Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусыларға айлыҡ түләү уртаса 9 383 һум тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1228970-s-nachala-goda-pensionery-bashkirii-poluchili-174-mlrd-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика