

«Беҙҙең потенциаль резиденттарға әҙер майҙандарҙы файҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Үҫешкән инфраструктуралы майҙансыҡтарға ихтыяж булыуы арҡаһында уҙған йылдың декабрендә Төбәк фонды менән берлектә ҡуртымға биреү өсөн майҙаны 5400 квадрат метрлыҡ склад төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тип һөйләне «ПромҮҙәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Павел Васильев.Яңы бинаны һалыуға 133 миллион һум талап ителде. Финанслау сығанағы — предприятиеның 2015-2017 йылдар өсөн килемдән алынған аҡсаһы.
«Төҙөлөш башланғас уҡ ҡуртымсы менән килешеү төҙөү ошондай кимәлдәге майҙандарҙың кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр раҫлай», — тине Павел Васильев.Асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов белдереүенсә, яңы һалынған корпус миҫалында ошо комплекстың буласаҡ ҡуртымсыларҙың талаптарынан сығып төҙөлөүе һәм йыһазландырылыуы бик мөһим.
«2014-2017 йылдарҙа майҙансыҡтан һалым керемдәре 1,1 миллиард һум тәшкил итте. Шуларҙың 143 миллион һумы «ПромҮҙәк» өлөшөнә тура килде. Индустриаль парктың перспективалы йүнәлештәре хаҡында һөйләгәндә, шуны билдәләп үтергә кәрәк: беҙ майҙансыҡҡа инновациялы предприятиеларҙы, юғары технологиялы продукция етештергән предприятиеларҙы йәлеп итергә тырышабыҙ», — тип өҫтәне Павел Васильев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.