12:33 (UTC+5), 25 Октября 2018

«Башҡортостан» нәшриәтенең банкротлыҡ процедураһы туҡтатылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Башҡортостан нәшриәте» дәүләт унитар предприятиеһы кредиторҙары 23 октябрҙәге йыйылышта бөлгөнлөк процедураһын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте, тип яҙа «КоммерсантЪ». Төп кредитор — «Төбәк фонды» — кредиторҙар алдындағы бурысты ҡаплауы тураһында хат ебәрҙе. Кредиторҙар комитеты ултырышының ҡарары 31 октябрҙә арбитраж судында ҡаралырға тейеш, тип хәбәр итте дәүләт унитар предприятиеһының конкурс идарасыһы Зәйтүнә Әхиәртдинова.
Тәүҙә был көндә йыйылышта кредиторҙарға 380 миллион һумдан ашыу бурыс йыйылған предприятиены һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, нәшриәттең хужалыҡ эшмәкәрлеген туҡтатыу хаҡында ҡарарҙы хупларға тейештәр ине. Сентябрҙә дәүләт унитар предприятиеһы менән эшләгән барлыҡ баҫмалар ошо турала белдереү ҡағыҙҙары алды.
Ләкин бер аҙна элек республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, төбәктә берҙән-бер дәүләт нәшриәте ябылырға тейеш түгел тип белдереп, предприятиены бөлгөнлөккә төшөрөүгә юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Бынан тыш, ошо көндәрҙә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы — дәүләт унитар предприятие хужаһы — етәксеһе вазифаһын Евгений Гурьев урынына Олег Полстовалов етәкләне.
Белешмә. Ағымдағы йылдың июлендә «Башҡортостан» нәшриәте банкрот тип иғлан ителде. Кредиторҙар — «Төбәк фонды» акционерҙар йәмғиәте һәм ВТБ. «Төбәк фонды»ның талаптары — 133,53 миллион һумға, банктың иһә 178 миллион һумға баһалана. Төп бурыс 2009 йылда йыйылған — предприятие яңы баҫма станоктар һатып алыу өсөн алған кредитын кире ҡайтара алманы.
http://www.bashinform.ru/news/1229324-prekrashchena-protsedura-bankrotstva-izdatelstva-bashkortostan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика