05:25 (UTC+5), 25 Октябрь 2018

Башҡортостан Хөкүмәтендә 2019 йылға бюджет сығымдарын тикшерҙеләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә 2019 йылға социаль-иҡтисади үҫеш фаразын һәм бюджет сәйәсәтенең төп йүнәлештәрен тикшерҙеләр. Ултырышты республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уҙғарҙы.
Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова хәбәр итеүенсә, киләһе йылға бюджет 20 миллиард һум дефицит менән күҙалланған: килем 172,2 миллиард һәм сығым – 192,2 миллиард (быйыл сығым – 186 миллиард).
Түләүһеҙ иғәнәләр (федераль бюджет субсидиялары) – 35 миллиард һум, һалым һәм һалымға ҡарамаған иғәнәләр 138,2 миллиард (2020 йылда – 143,5 миллиард, 2021 йылда 151,3 миллиард һум йыйыу күҙалланған) тәшкил итәсәк.
Бюджеттың өстән ике өлөшө социаль әһәмиәттәге сығымдарға йүнәлтелгән.
Республикала һаулыҡ һаҡлауға 74 миллиард һум йүнәлтелә, уларҙан 20 миллиард – тармаҡтың финанс яҡтан тәьмин ителешенә, 7 миллиард – социаль хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлауға һәм дауалауға (туберкулез, ВИЧ, психик һәм наркологик ауырыуҙар), 2 миллиард (2018 йылға ҡарағанда 700 миллионға күберәк) – льготалыларға, шул иҫәптән һирәк ауырыу менән яфаланыусыларға дарыу алыуға, 1 миллиард – мотлаҡ медицина страховкалауҙың төп программаһына инмәгән юғары технологик операциялар башҡарыуға.
90 миллиард һум эш хаҡы фондына бүленә.
Ауыл хужалығы ағымдағы йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ сумма менән финанслана – 5,6 миллиард һум. 2018 йылда техника һәм тоҡомло мал һатып алыуға күп аҡса бүленде, тип аңлатты министр вазифаһын башҡарыусы.
Торлаҡ-коммуналь хужалығына 3,6 миллиард бүленә, уларҙан 2,4-е – һыу һәм йылылыҡ тәьминәтенә.
Республиканың юл фондына киләһе йылдан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғанға штрафтар йүнәлтелә башлай. Был статья буйынса 1,6 миллиард һум аҡса инеүе күҙаллана. 2019 йылда тотош юл инфраструктураһына 18 миллиард һум бүленә.
Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов бюджет проектын хуплауҙы һораны, ул «күп тапҡыр тикшереү үтте, ысынбарлыҡҡа ярашлы һәм үтәлә ала тип һанала. Алдан бындай дефицит һалынмаһа ла, ул социаль проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелеүе мөмкин резервтар менән тәьмин ителгән», - тип билдәләп.
Бюджет социаль булырға тейеш тә, ә өҫтәмә сараларҙы, федераль хөкүмәт менән тығыҙ эшләп, эҙләп табырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1228940-v-pravitelstve-bashkirii-obsudili-raskhody-byudzheta-na-2019-god/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика