06:29 (UTC+5), 24 Октября 2018

Өфөлә законһыҙ пассажир ташыусылар забастовканы туҡтатырға әҙер, ләкин уларҙы конкурсҡа ебәрҙеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн, 24 октябрҙә, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа һәм уның Хакимиәтенә шантаж юлы менән баҫым яһарға тырышҡандан һуң, законһыҙ ташыусылар Башҡортостан Хөкүмәтенең транспорт блогына һөйләшергә килде. Улар забастовканы туҡтатырға һәм маршрутҡа сығырға әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе. Ләкин уларҙың мөрәжәғәте кире ҡағылды һәм ноябрҙә пассажир маршруттарын бүлеү буйынса берҙәм конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республика Хөкүмәтендәге сығанаҡ хәбәр итте.
«Әлегә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы һәм башҡа легаль ташыусыларҙың автобустары арттырыла. Ноябрҙә баҙарҙа цивилизациялы эшләргә теләгән башҡа ҡатнашыусылар ҙа уларға ҡушыла ала, — тип хәбәр итә агентлыҡ әңгәмәсәһе. — Бының өсөн берҙәм брендинг, аҡ күлдәк кейгән водителдәр, яңы, контроль үткән автобустар менән килергә һәм асыҡ, ғәҙел конкурста еңеп сығырға кәрәк. Бына шул саҡта, рәхим итеп, халыҡты йөрөтөгөҙ».
Шуны билдәләп үтәйек: өҫтәмә транспорт берәмектәрен йәлеп итеү Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта законға ярашһыҙ йөрөгән автобус водителдәренең забастовкаһы эҙемтәләре менән ҙур юғалтыуһыҙ көрәшергә мөмкинлек бирҙе. Әле ҡалала пассажирҙарҙы йәмәғәт транспортында йөрөтөүгә бәйле ҡыйынлыҡтар юҡ.
Өфөлә транспорт системаһының проблемалары һәм уны хәл итеү буйынса тәҡдимдәр тураһында «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1228445-v-ufe-nelegaly-gotovy-prekratit-zabastovku-no-ikh-poslali-na-konkurs/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика