12:25 (UTC+5), 23 Октябрь 2018

Муниципалитеттарҙан газ һәм һыу тәьминәте селтәре төҙөүгә ғаризалар ҡабул ителә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан муниципалитеттарынан халыҡ йәшәгән райондарҙа газ һәм һыу тәьминәте селтәре төҙөү өсөн финанслау алыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты. Муниципалитеттарға 2018 йылдың 10 ноябренә тиклем ведомствоға инженер инфраструктураһы объекттарын Башҡортостан Республикаһының инвестиция программаларына индереүгә ғариза йүнәлтергә кәрәк.
Биләмәнең генераль планына, планлаштырыу проектына һәм межалауға ингән объекттар финанслау аласаҡ. Муниципалитеттар халыҡ иҫәбен, миграция үҫешен, торлаҡҡа мохтаждар һанын, авария хәлендәге торлаҡ фондының дөйөм майҙанын һәм капитал һалыу һөҙөмтәлелеген иҫәпләү өсөн кәрәк башҡа күрһәткестәрҙе билдәләргә тейеш.
«2017 йылда республика адреслы инвестиция программаһынан инженер коммуникациялары төҙөүгә – 368 миллион һум, 2018 йылда 518 миллион һум бүленде. Муниципалитеттарҙы урындарҙа әүҙемерәк эшләргә, халыҡтың реаль ихтыяждарын иҫәпкә алып, ғаризалар яҙырға саҡырабыҙ», — тип һөйләне республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.
http://www.bashinform.ru/news/1228157-v-bashkirii-sobirayut-zayavki-munitsipalitetov-na-stroitelstvo-setey-gazo-i-vodosnabzheniya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика