08:00 (UTC+5), 23 Октябрь 2018

Башҡортостандың Юл фондын штрафтар иҫәбенә 1,6 миллиард һумға арттыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың Юл фондын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар иҫәбенә 1,6 миллиард һумға арттыралар. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдағы пленар ултырышта 2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәтен боҙған өсөн штрафтар рәүешендә республиканың Юл фондын булдырыуҙың яңы сығанағын индереүҙе күҙ уңында тотҡан «Башҡортостан Республикаһының Юл фонды тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын ҡарарға ниәтләй.
«Закон проекты федераль ҡануниәттәге һуңғы новацияларға ярашлы әҙерләнгән. Уны бер юлы өс уҡыуҙа ҡарау күҙаллана», – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Закон ҡабул ителгән осраҡта, республиканың Юл фонды йыл һайын яҡынса 1,6 миллиард һумға арттырыла. Әлеге ваҡытта республиканың тупланма бюджетына аҡса штраф рәүешендә инә. Уларҙы Юл фондына ҡабаттан бүлеү ошо аҡсаны дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарын норматив хәлгә килтереү, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу саралары, шул иҫәптән өҫтәмә фото һәм видеотеркәү камераларын һатып алыу өсөн тотонорға мөмкинлек бирергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1227850-dorozhnyy-fond-bashkirii-uvelichat-na-1-6-milliarda-rubley-za-schet-shtrafov-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика