12:37 (UTC+5), 22 Октября 2018

Һаҡлыҡ банкы ипотека буйынса ставканы күтәрҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Һаҡлыҡ банкы ипотека буйынса ставканы күтәрҙе, тип хәбәр итә РБК. Кредиттарҙың төрлө төрҙәре буйынса ставкалар 0,4–0,6 процент пунктына артты.
Әйтәйек, әҙер торлаҡ һатып алыу өсөн ипотека кредиты буйынса минималь ставка хәҙер йылына 8,6% урынына 9,2% тәшкил итә.
Әле төҙөлә башлаған йортта фатир һатып алыуға кредитты йылына кәм тигәндә 7,5% менән алырға мөмкин (элек 7,1% ине). Икенсе банкта ипотека кредитын йылына 9,9% алып (9,5% урынына) рефинансларға тәҡдим ителә.
«Хәрби ипотека», «Күсемһеҙ милекте залог итеп һалып маҡсатһыҙ кредит» һәм «Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы менән иоптека»нан тыш, барлыҡ ипотека продукттары һәм программалары буйынса ставкалар күтәрелде.
«Был тәү башлап бирелгән ғаризаларға ғына ҡағыла», — тип асыҡлыҡ индерҙе банк вәкиле.
2018 йылдың 27 сентябренән «Дом.РФ» (элекке Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығы) икенсел баҙарҙа торлаҡ һатып алыуға ипотека кредиты буйынса ставканы бер процент пунктына — йылына 9-9,25% алып 10-10,25% тиклем күтәрҙе. Эксперттар фекеренсә, баҙарҙағы башҡа уйынсыларҙан да ставканың үҫешен көтөргә мөмкин.
Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың ғинуар-авгусында Рәсәйҙә бирелгән ипотека кредиттары буйынса уртаса ставка 9,59% тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1227512-sberbank-povysil-stavki-po-ipoteke-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика