07:45 (UTC+5), 19 Октября 2018

Ҡытай Башҡортостанды мандарин һәм помидор менән тәьмин итә

Андрей Старостин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында үҫтерелгән мандариндарҙы һәм помидорҙарҙы Башҡортостанға тимер юлы менән килтерә башлайҙар. Ошондай килешеү республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтың Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре барышында ирешелде. Был турала IV Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумының пленар ултырышында Цзянси провинцияһының Башҡортостандағы вәкиле Се Юаньпэн һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Ҡытай ҡулланыусыһы өсөн ҡыҙыҡ булған Рәсәйҙә һәм беҙҙең республикала етештерелгән тауарҙарҙы эҙләү буйынса эш бара.
ШОС Эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский журналистарға бөтә ШОС илдәре Ҡытай Халыҡ Республикаһын үҙ продукцияһы менән тәьмин итеү менән ҡыҙыҡһына тип һөйләне.
- Әле был процесс, ШОС илдәре ҙур күләмдә Ҡытайҙа етештерелгән тауарҙы экспортҡа сығарғанда, күбеһенсә бер яҡлы булып ҡала. Ҡытай коллегаларыбыҙ үҙендә экологик таҙа продукция көтә һәм уны Рәсәй төбәктәренән килтерергә ярҙам итергә әҙер, - тип билдәләне Сергей Канавский.
Башҡортостан, үҙ сиратында, Ҡытайҙы бал менән тәьмин итә. Йыллыҡ эскпорт ни бары 10 тонна тәшкил итте. 2018 йылда башҡорт балын 100 тоннаға тиклем арттырыу бурысы ҡуйылды. Республиканан ситтә йыл һайын 1,5 мең тонна самаһа башҡорт балы һатыла, шул иҫәптән сит илгә 400 тонна самаһы сығарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1226431-kitay-nachnet-postavlyat-v-bashkortostan-mandariny-i-pomidory/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика