Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.65
+1.31
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Октябрь 2018, 08:45
Өфөлә дөйөм туҡланыу өлкәһендә вакансиялар йәрминкәһе уҙа
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә киләһе кесе йома йөндө, 25 октябрҙә, ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә дөйөм туҡланыу һәм сауҙа предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙа.
Администратор, автомобиль водителе, йөксө, аҙыҡ-түлек ярым фабрикаттары етештереүсе, кассир, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, төрөп бәйләүсе, электрик, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәм башҡа вакансиялар тәҡдим ителә.
Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1226352-v-ufe-proydet-yarmarka-vakansiy-v-sfere-obshchepita/
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
вакансиялар йәрминкәһе
дөйөм туҡланыу
Читайте нас: