11:32 (UTC+5), 19 Октября 2018

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон Башҡортостан бюджетын 3,75 миллиард һумға экономиялай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыш сығыу юлын төҙөгәндә Башҡортостан бюджетын 3,75 миллиард һумға экономияларға мөмкинлек биргән закон ҡабул итте.
«Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар тураһында ҡайһы бер закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закондың 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон Дәүләт Думаһы тарафынан өсөнсө, аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителде. Уның проектын Дәүләт Думаһына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай индерҙе. Документ 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем уҙған йылдың ноябрендә билдәләнгән һалым ҡануниәтендәге айырым сикләүҙәрҙе кисектереүҙе уңында тота. Һүҙ 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөлгән концессия килешеүҙәренә ярашлы алынған бюджет инвестициялары иҫәбенә автомобиль юлдары һәм яһалма ҡоролмалар һалыу, уларҙы реконструкциялау проекттарын тормошҡа ашырған ойошма-концессионерҙарға ҡарата бюджет аҡсаһына һатып алынған тауарҙарға, эштәргә, хеҙмәттәргә өҫтәмә хаҡҡа һалымды тотоп алып ҡалыу хоҡуғы тураһында бара.
«Башҡортостан өсөн закондың ҡабул ителеүе бюджет аҡсаһын яҡынса дүрт миллиард һумға экономиялауҙы аңлата, — тип аңлатма бирҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев. — Уҙған йылда Һалым кодексына индерелгән үҙгәрештәр юл төҙөлөшө өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға бәйле ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Республикабыҙҙа автомобиль юлы тоннеле, Өфө йылғаһы аша күпер һәм дөйөм оҙонлоғо 18 саҡрым самаһы юл төҙөүҙе күҙаллаған федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» юлына баш ҡалабыҙҙан көнсығыш сығыу юлы проекты ошондай миҫал булып тора».
http://www.bashinform.ru/news/1226382-prinyatyy-gosdumoy-zakon-sekonomit-byudzhetu-bashkirii-3-75-milliarda-rubley/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика