15:29 (UTC+5), 19 Октябрь 2018

«Бүздәк» консерва комбинатын үҫтереүгә 366 миллион һум инвестиция һалына

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бүздәк консерва комбинатында «Бүздәк» бренды аҫтында продукция сығарған «Пищепром» акционерҙар йәмғиәте алдағы дүрт йылда яңыртыуға 366 миллион һум инвестициялай. «Коммерсант» хәбәр итеүенсә, проект республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын һайлап алыу буйынса комиссияның ыңғай баһаһын алды һәм һалым льготаларына иҫәп тота ала.
Аҡсаның суммаһы предприятиеның 2017 йылдағы саф табышынан 394 тапҡырға күберәк, ләкин баҫманың һорауҙарына яуап биргән эксперттар улар аҡланыр тип уйлай. «Пищепром» аҡсаның бер өлөшөн партнер банктарҙан бурысҡа алырға ниәтләй.
Яңыртыу һөҙөмтәһендә компания томат соусын, томат пастаһын һәм майонез етештереү күләмен 2,5 тапҡырға — йылына 25 миллион банканан 66 миллион шартлы банкаға тиклем арттырырға иҫәп тота.
http://www.bashinform.ru/news/1226338-v-bashkirii-v-razvitie-konservnogo-kombinata-buzdyakskiy-investiruyut-366-mln-rubley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика