07:30 (UTC+5), 18 Октябрь 2018

Башҡортостанда Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына уҡбалыҡ һәм киң маңлай селбәрәһе ебәргәндәр

БР Экология министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Экология министрлығы белгестәре Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына 12 мең уҡбалыҡ һәм киң маңлай селбәрәһе ебәргән. Был селбәрә партияһы Һарытау балыҡсылыҡ хужалығынан һыу ресурстарына етештереү эшмәкәрлеге менән зыян килтергән предприятиелар аҡсаһына һатып алынған. Селбәрәләрҙе ебәреү урыны итеп ҡамыш араһын һайлағандар – бында улар йыртҡыс балыҡтарҙан йәшенә ала.
«Һуңғы ваҡытта балыҡтарҙың кәмеүен күҙәтәбеҙ. Бында браконьерҙар ғәйепле тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки улар тыйылған саралар – ау, электр ҡармаҡтар менән ҡуллана. Шуға селбәрә ебәреү – ысынлап та бик яҡшы ваҡиға», — тине урындағы йәшәүсе Мирҡасим Сафуанов.
Былтыр Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына 3 меңдән ашыу һаҙан селбәрәһе ебәрелгән, ә 2017 йылда Башҡортостан йылғаларын балыҡ менән байытыу өсөн бөтәһе 200 меңдән ашыу балыҡ селбәрәһе һатып алынған.
Республикала сәнәғәт балыҡсылығы 70 һунар участкаһында алып барыла. Был эшмәкәрлек төрө менән 13 шәхси эшҡыуар һәм 11 юридик шәхес шөғөлләнә, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1225856-v-bashkirii-nizhnekamskoe-vodokhranilishche-zarybili-malkami-sterlyadi-i-tolstolobika/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика