05:20 (UTC+5), 17 Октября 2018

Башҡортостанда юл хеҙмәткәрҙәре 140 мең тоннанан ашыу боҙлауыҡҡа ҡаршы реагент туплаған

«Приуралье» федераль юл агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда юл хеҙмәткәрҙәре федераль трассаларҙы боҙлауыҡтан эшкәртеү өсөн 141,5 мең тонна ҡом-тоҙ ҡатышмаһы туплаған. Ул планлаштырылған запастың 80%, тулыһынса 1 ноябргә әҙер була, тип хәбәр иттеләр «Приуралье» федераль юл агентлығы филиалында. Юлдарҙы ҡарау буйынса ойошмалар ҡышҡы режимға күсә, ул авария бригадалары тәүлек әйләнәһенә дежур итеүҙе күҙ уңында тота. Ҡышҡыһын юлдарҙы таҙартыуға 382 берәмек юл техникаһы әҙер.
Республика биләмәһендәге федераль трассаларҙа 53 метеостанция һәм 76 видеокамера эшләй, улар хәлде ысынбарлыҡ режимында күҙәтергә мөмкинлек бирә, тип хәтергә төшөрҙөләр Юлдар идаралығында. «Оператив дежур итеүсе телефондарын яҙып алығыҙ:(347) 228-12-18, 8-917-046-79-53. Бында авария бригадаһын саҡыртыр, юл һырынтылары йәки башҡа юл проблемалары тураһында хәбәр итер өсөн шылтыратырға мөмкин», — тип кәңәш бирҙеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1225112-v-bashkirii-dorozhniki-zapasli-bolee-140-tys-tonn-protivogololednogo-reagenta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика