10:15 (UTC+5), 17 Октябрь 2018

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Европаға оҙатыу өсөн рапс майы етештерелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда Шишмә май эсктракцияһы заводында тәүге тапҡыр рапс майы етештерелде. Ул Европаға оҙатылды – унан заводтарҙа биодизель яғыулығы әҙерләргә тейештәр.
Яңы культураны эшкәртеү 17 сентябрҙән 3 октябргә тиклем барҙы. 9700 тоннанан ашыу орлоҡ эшкәртелде, 4000 тоннаға яҡын рапс майы һәм 5380 тонна шпрот етештерелде, тип хәбәр итә «Родник-плюс» гәзите.
«Сигма» компанияһы, Шишмә май заводы уның составына инә, әҙер продукцияны Европаға һатыу өсөн контракт төҙөнө, шпрот Рәсәй төбәктәренә лә ебәрелә», – тип һөйләне «Шишмә май экстракцияһы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Айҙар Яҡупов.
Килешеүгә ҡул ҡуйылғансы аграрийҙарҙың рапс баҫыуҙары һәм заводта рапсты эшкәртеү шарттары аудит һәм сертификация үтте. Аудитты «Бюро Веритас» француз инспекция-сертификация компанияһы уҙғарҙы.
4 октябрҙә заводта яңы уңыш көнбағышы орлоҡтарын эшкәртеү башланды. Әлеге ваҡытта 8700 мең тоннанан ашыу эшкәртелгән. Хәҙер «Шишмә май экстракцияһы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Шиңгәккүл сеймал базаһы орлоҡтарҙы ҡабул итә, таҙарта, ҡорота, йыйылған уңышты эшкәртеүгә һәм оҙайлы ваҡытҡа һаҡлауға оҙата. Баҫыуҙан килтерелгән май орлоҡтарының сифаты яҡшы, тип билдәләй белгестәр.
Завод эшләй башлаһын өсөн тейешле күләмдәге рапс туплағас, заводта Рәсәй төбәктәренән, атап әйткәндә, Омск өлкәһенән рапс эшкәртеүҙең икенсе тулҡыны көтөлә, тип хәбәр иттеләр предприятиела.
http://www.bashinform.ru/news/1225322-v-bashkirii-vpervye-vyrabotali-rapsovoe-maslo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика