09:20 (UTC+5), 16 Октября 2018

Өфөлә торлаҡ төҙөүселәрҙе мәктәптәр һәм поликлиникалар төҙөргә талап итеүҙәре мөмкин

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә төҙөүселәрҙе бина биреүгә йәки мәктәпкә, балалар баҡсаларына һәм поликлиникаларға яңы биналар төҙөүгә йәлеп итеү мөмкинлеген ҡарайҙар. Өфө башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов бөгөн, 16 октябрҙә, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төҙөүселәр ғәмәлдәге инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә был бурысты үҙҙәренә алыуы мөмкин тип хәбәр итте.
Баш ҡаланың яңы социаль объекттарға ихтыяжы ҙур. Өфөлә поликлиникалар етмәү һәм социаль инфраструктуралар төҙөү кәрәклеге тураһында кисәге Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбирова һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, был йөкләмәне алған табыш иҫәбенә торлаҡ кварталдары һалыусылар алыр ине.
Яңы медицина учреждениеларын файҙаланыуға тапшырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү ысулдарының береһе, баш ҡала чиновниктарының фекеренсә, Өфөнөң һәр районында заманса диагностика үҙәктәре төҙөү планына ҡайтыу була ала.
- Был пландар 2012-2014 йылдарҙа, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен көйләү өлкәһендә вәкәләттәре һәм дәүләт функциялары булмағанда уҡ әҙерләнгәйне. Әммә улар шул көйө планда ғына ҡалды, уларға ҡайтырға, уларҙы бөгөнгө ысынбарлыҡтан сығып анализларға тәҡдим итәм. Ошо мәсьәләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Хөкүмәт Аппараты белгестәре менән өйрәнегеҙ, - тип Салауат Хөсәйенов ҡул аҫтындағы кешеләренә йөкләмә бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1224747-v-ufe-zastroyshchikov-zhilya-mogut-obyazat-stroit-shkoly-i-polikliniki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика