04:30 (UTC+5), 16 Октября 2018

Эльвира Нәбиуллина банк системаһын нығытыу өсөн Почет ордены менән бүләкләнде

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Рәсәй Үҙәк банкын етәкләүсе Өфө ҡыҙы Эльвира Нәбиуллина Почет ордены менән бүләкләнде. Президент Владимир Путиндың ҡултамғаһы менән тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылып сыҡҡан. Документта Эльвира Нәбиуллина награда менән «банк системаһы үҫешенә һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн» бүләкләнеүе хәбәр ителә.
Эльвира Нәбиуллина 1963 йылдың 29 октябрендә Өфөлә шофер һәм приборҙар эшләү заводы хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған, Өфөнөң 31-се урта мәктәбен миҙал менән тамамлаған. 1986 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын «иҡтисадсы» һөнәре буйынса тамамлаған. Иҡтисадсы карьераһын Нәбиуллина 1991 йылда СССР-ҙың Ғилми-Сәнәғәт союзында баш белгес булып башлай. 1996-1997 йылдарҙа ул Рәсәй Иҡтисад министрлығының Иҡтисад реформаһы департаменты етәксеһе вазифаһын биләй, һуңынан Рәсәйҙең иҡтисад министры урынбаҫары, ә аҙаҡтан Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары булып китә, был вазифала өс йыл эшләй. 2007-2012 йылдарҙа Эльвира Нәбиуллина Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры вазифаһында эшләй. 2013 йылдың мартынан – Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкы Рәйесе.
Дуҫлыҡ һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары менән бүләкләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1224483-elvira-nabiullina-nagrazhdena-ordenom-pocheta-za-ukreplenie-bankovskoy-sistemy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика